Саләти-нәриә
Аллааһүммә салли саләәтән кәәмиләтән үә сәллим сәләәмән тәәммән, ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдинил-ләҙии тәнхаллү биһил-ғукадү үә тәнфәриджү биһил күрабү үә түҡҙаа биһил-хаүәәиджү үә түнәәлү биһир-рағааибү үә хүснүл-хаүәәтими үә хүснүл-хаүәәтим, үә йүстәсҡал-ғәмәәмү биүәджһиһил-кәриим үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии фии күлли ләмхатин үә нәфәсин биғәдәди күлли мәғлүүмилләк.
Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһым! Уның үҙе хөрмәтенә сихырланған төйөндәр сиселгән, ҡайғы-хәсрәттәр киткән, ихтыяжһыҙ үә теләктәргә матурлыҡ үә гүзәлектәргә киң юлдар асылған, икһеҙ-сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе, абруйы хөрмәтенә болоттар илаған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәләмгә, уның затына һәм сәхәбәләренә донъялағы һәр ҡарашта һәм һәр һулышта камил мәрхәмәт һәм тулы сәләмәтлек бүләк итсе!».
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә бағышлап һәр көн салауат әйтергә кәрәк. Бигерәк тә «Саләти-мүнджиә», «Саләти-фәтхиә» һәм «Саләти-нәриә»не күп тапҡыр уҡыу бик сауаплы.
Һәр ҡайһы ҡыйынлыҡ һәм ауырлыҡ ваҡытында, шуларҙы хәтем итеп, доға ҡылынһа, теләктәр Аллаһы Тәғәләгә ирешер һәм ҡабул булыр, инш Аллаһ!
Был салауат шәрифтең ике мәшһүр исеме бар – салауат-нәрийә һәм салауат – тәфрижийә. Мәғриб ғалимдәре был салауатҡа “нәрийә” исемен биргәндәр, улар һәр булған бер ҡыйынлыҡ, бәлә-ҡаза менән осрашҡанда “салауат-нәрийә”- не күп уҡырға ҡушалар. Ҡайһы бер ғалимдәр ошо салауатҡа “тәфрижийә” исемен биргәндәр. Тәфрижийә – ҡайғы үә күңелһеҙлектән ҡотҡарыусылыр. Һәр хәлдә был салауат кешенең йөрәген тынысһыҙлыҡтан, күңелһеҙлектән паҡлай. Ошо салауат пәйғәмбәребеҙгә яҡынлашыу өсөн иң тәҫирле, иң көслөһө булып һанала